-6 °С
Болотло
«Беҙ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың өлөшләтә мобилизация тураһында ҡарарын тулыһынса хуплайбыҙ. Башҡортостанда махсус хәрби операция үткәреү кәрәклеген аңлайҙар. Республикабыҙҙа юғары баш командующийҙың указын үтәү өсөн мобилизация штабы ойошторолдо. Беҙ дәүләт башлығы ҡуйған бурыстарҙы ваҡытында үтәрбеҙ тип ышанам», — тине республика етәксеһе.
Өлөшләтә мобилизация бөгөн, 21 сентябрҙә, иғлан ителде. Уның барышында 300 меңгә яҡын резервисты саҡырыу күҙаллана.