+19 °С
Болотло
Проект менән республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова таныштырҙы. Депутаттар 2 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе раҫланы.
Закон проекты Башҡортостанда йәшәгән һәм ерләнгән, запаста торған һәм үҙ теләге менән Украина биләмәһендәге махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә аҡса түләргә тәҡдим итә. Быға тиклем һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә генә ошондай түләүҙәр ҡаралғайны.