Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Сентябрь 2022, 15:03

Күршеләрҙә атыш

Бөгөн күрше Удмурт Республикаһының Ижевск ҡалаһындағы 88-се урта мәктәптә атыш булған тигән бик ҡурҡыныс яңылыҡ килде. 

Күршеләрҙә атыш
Күршеләрҙә атыш

Һөҙөмтә аяныслы: төрлө мәғлүмәттәр буйынса алтынан унға тиклем кеше һәләк булған. Уларҙың өсәүһе - 10, 11 һәм 15 йәшлек балалар. Был мәғлүмәттәр оператив, шуға күрә үҙгәреүе ихтимал.

Хәбәр ителеүенсә, ҡара кейем кейгән кеше мәктәпкә килеп инә һәм иң тәүҙә һаҡсыны атып үлтерә. Аҙаҡ кластар буйлап йөрөп, балаларға ата. Уҡытыусылар тиҙ арала балаларҙы эвакуациялай. Ҡайһы бер уҡыусылар тәҙрәнән һикереп имгәнгән.

Урынға Удмуртия башлығы Александр Бречалов барған. Ул белдереүенсә, ут асҡан ир үҙен үҙе атып үлтергән. Әлегә вәхшиҙең кемлеге һәм уның ни өсөн атыш ойошторғаны билдәле түгел. Ирҙең ҡулында ике пистолет булған, тиҙәр.  

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, атыш ваҡытында ете кеше һәләк булған. Уларҙың өсәүһе – балалар. 20 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: