

Башҡортостан - ҙур район, юл оҙон, шулай булғас ял кәрәк тә. Был пункт - тыуған башҡорт ерендәге һуңғы туҡталыш. Бындай ҡарарҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтары менән үткән кәңәшмәлә белдергәйне.
Район башлығы Илдар Мостафин әйтеүенсә, пунктты ойоштороуға бөтә район ярҙам иткән. Юлсылар юл һалған, төҙөүселәр бинаны яңыртҡан, мәктәп уҡытыусылары өҫтәлдәр ҡуйған. Юл буйы кафеларын тотҡан эшҡыуарҙар, ауыл хужалығы, сауҙа һәм дөйөм туҡланыу предприятиелары аҙыҡ-түлек килтерә. Егеттәр алдында концерт та ҡуйғандар, мулла юл доғаһы ла уҡыған.
Үрге Йәркәй ауылы халҡы резервсыларға күстәнәс тә биреп ебәрә икән.