Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
27 Сентябрь 2022, 10:19

Ҡаһарман яугирға награда тапшырылды

Украина биләмәһендәге махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Ринат Халиҡов бүләкләнде.

Ҡаһарман яугирға награда тапшырылды
Ҡаһарман яугирға награда тапшырылды

Башҡортостан Хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған бөгөнгө аҙналыҡ кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров доброволец булараҡ Украина биләмәһендәге махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Ринат Халиҡовҡа награда тапшырҙы. Махсус операцияға тәүге көндәрҙән үк үҙ теләге менән китеп, ирлек бурысын лайыҡлы үтәгән ҡаһарман егеткә Башҡортостан Башлығының Почет грамотаһы тапшырылды.

– Беҙҙең күп егеттәребеҙ “Барс” отрядында хеҙмәт итә. Улар үҙ бурыстарын бик лайыҡлы башҡара. “Барс”тың етәкселәре миңә яҙып, егеттәребеҙ өсөн рәхмәт әйтте. Уларға бөтә яҡлап та уңыштар һәм хәрби бурыстарын үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем, – тине Радий Хәбиров.

Хөкүмәт кәңәшмәһендә Ринат Халиҡовтың әсәһе лә ҡатнашты. Радий Фәрит улы уға улы өсөн рәхмәт әйтте һәм сәскә гөлләмәһе тапшырҙы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: