-6 °С
Болотло
Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич контракт буйынса хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың төп өлөшөн медицина хеҙмәткәрҙәре тәшкил итеүе хаҡында белдерҙе.
«Улар махсус хәрби операция зонаһында ла үҙ бурыстарын үтәй. Күптәре дәүләт наградаларына тәҡдим ителгән. Ләкин мобилизация ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырыуҙы күҙ уңында тотмай», – тине Башҡортостандың хәрби комиссары.
Фото: m.tvzvezda.ru