Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
27 Сентябрь 2022, 15:28

Ирекмәндәр штабы асылды

“Берҙәм Рәсәй” партияһы майҙансығында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы эшен башланы.

Штаб Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса асылды. Штаб махсус хәрби операцияла ирекмән һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына һәм ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылды.

Ирекмәндәр штабы әүҙемселәре адреслы социаль ярҙам күрһәтәсәк. Шул иҫәптән, тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар алып килеүҙә, өйҙә һәм хужалыҡта ярҙам итәсәк.

 Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына колл-үҙәктең телефоны аша мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8-800-201-89-03.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенән.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: