Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Сентябрь 2022, 11:42

Махсус хәрби операцияға юлланғандарға нимә алырға?

Өлөшләтә мобилизацияға эләккәндәргә үҙҙәре менән нимәләр алырға? Бөгөн күптәрҙе ошо һорау борсой.

Махсус хәрби операцияға юлланғандарға нимә алырға?
Махсус хәрби операцияға юлланғандарға нимә алырға?

“Туғаныбыҙ махсус операцияға юлланды. Хеҙмәт иткән егеттәрҙән белешеп, тәүге осорҙа кәрәкле әйберҙәр – йоҡлау өсөн махсус ҡапсыҡ, жилет (разгрузка), пенка (түшәк) алып бирҙек”, - тип яҙҙылар ҡайһы берәүҙәр социаль селтәрҙәрҙә.

Ә бына танышымдың туғаны иренә йөндән йылы ойоҡ бәйләп биреүҙе үтенде. Махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашыусыларға тәғәйен социаль селтәрҙәрҙә йөрөгән исемлектә йөн ойоҡ тәүге урындарҙа тора, әлбиттә. Ҡыш та яҡынлаша, ойоҡ та исемлектә кәрәкле әйберҙәрҙең береһе.

Әлбиттә, шәхси гигиена әйберҙәре кәрәклеген һәр кем үҙе лә белә. Дымлы сепрәксәләр (салфетка), бәҙрәф ҡағыҙы бер ваҡытта ла артыҡ булмай.

Үҙең менән беренсе тәүлектә туҡланырлыҡ ризыҡ, һыу алырға кәңәш ителә. Һауа торошона ҡарап кейенегеҙ, өҫтәмә рәүештә йылы әйберҙәр алырға ла мөмкин (хеҙмәт иткәндәр запас шапка алырға кәңәш итә). Тейешле урынға барып еткәс, ҡайһы бер нәмәләрҙе посылка менән ҡайтарыу ихтималлығы бар. Металл көрөшкә, ҡалаҡ, 0,5 литрлыҡ термос, бер нисә пар йоҡа ойоҡ, олтораҡ, уңайлы резина итек (кәрәк булырмы икән), термо кейем, флис кофта йә йөн свитер, ике төрлө бирсәткә, йылы (бәйләнгән дә ярай) балаклава, туристик түшәк һәм ултырғыс, запас батарейкалары менән фонарик (маңлайға ҡуя торғаны яҡшыраҡ), күп функциялы бысаҡ (бәке), ҡара туҡыманан бүлгес таҫма (изолента) махсус хәрби операцияға юлланыусының ҙур биштәрендә булырға тейеш. Ваҡ купюралар менән 2 мең һумға тиклем аҡса, кнопкалы телефон, “Теле-2” йәки МТС-тың сим-карталары, телефон өсөн автомобиль зарядлау ҡулайламаларын да туғандары биреп ебәрергә онотмаһын. Әткәндәй, илдәге боларыш менән кемдәрҙер файҙаланып ҡалырға тырыша. Әле лә ҡайһы бер тауарҙарға ихтыяж артыуы сәбәпле, улар ҙа хаҡтарын арттырҙы. Мәғлүмәттәр буйынса, термо кейемгә, кнопкалы телефондарға хаҡтар артҡан.

Шулай уҡ үҙегеҙгә тәүге осорҙа кәрәк булған йәки кәрәк булыуы ихтимал тип һанаған дарыуҙар - аспирин (парацетамол), мирамистин, “Терафлю”, “Аквабриз” кеүек зарарһыҙландырыу таблеткалары, активлаштырылған күмер, эс китеүгә ҡаршы препараттар алығыҙ.

Шулай уҡ хәрби операцияла бығаса ҡатнашҡан ир-егеттәр үҙең менән сөйәлгә, һыҙырылған ергә йәбештерергә пластырь, тубыҡ өсөн ҡулайлама (наколенник), жгут кеүек әйберҙәр алырға кәңәш итә.

Хәрби часть ҡарамағына барып еткәс, өлөшләтә мобилизацияға эләккән граждандарҙың барыһы ла тейешле кейем комплекты, башҡа төрлө кәрәк-яраҡ, медицина хеҙмәтләндереүе менән тәьмин ителә.

Исемлектә һанап кителгән әйберҙәрҙең кәрәкмәүен теләйбеҙ. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, шуныһы мөһим.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: