Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
30 Сентябрь 2022, 10:40

Рәсәй Күп функциялы үҙәктәр форумы бара

Башҡортостан ил кимәлендәге мөһим сара ҡабул итә. Өфөлә VI бөтә Рәсәй дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәр форумы бара. 

Рәсәй Күп функциялы үҙәктәр форумы бара
Рәсәй Күп функциялы үҙәктәр форумы бара

Бөгөн күптәр тормошон күп функциялы үҙәктәрһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Улар сағыштырмаса яңыраҡ барлыҡҡа килһә лә, кешеләрҙең ғүмеренә ныҡлы инде, уны күпкә еңеләйтте. Хәҙер теге йәки был документтарҙы юллау өсөн төрлө ведомстволарға барып, сәғәттәр буйы сираттар көтөп ултырыу кәрәкмәй. Күп хеҙмәттәр “бер тәҙрә” принцибы буйынса КФҮ-ларҙа ғына күрһәтелә.

Кисә форумдың тәүге көнө үтте. Сарала Статс-секретарь – Рәсәй Федерацияһы иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Алексей Херсонцев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының Халыҡҡа дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү сифатын тәьмин итеү һәм дәүләт функцияларын үтәү департаменты директоры Елена Казмерчук, Башҡортостандың һанлы үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Динар Шәрәфетдинов ҡатнашты.

Форумда ҡатнашыусыларҙы Рөстәм Моратов сәләмләне. Ул республикабыҙҙың күп функциялы үҙәктәре эшмәкәрлеген юғары баһаланы.

– Ошо йылдар эсендә республикала 77 үҙәк асылды. Уларҙың хеҙмәттәре менән Башҡортостанда йәшәгән кешеләрҙең 99 проценты файҙалана ала. Үҙәктәрҙә 2100 кеше эшләй. Әйтергә кәрәк, уларҙың 90 проценты ҡатын-ҡыҙҙар, рәхмәт уларға, – тине ул. – Хәҙер КФҮ-ларҙа минуттар түгел, секундтар менән эш итәләр. Бөгөн көтөү ваҡыты 1 минут та 48 секунд тәшкил итә. Һуңғы арала ул 11 секундҡа күберәк булған. Хеҙмәткәрҙәр көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу өҫтөндә көнө-төнө эшләй. 

Башҡортостан Республикаһының дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Динар Шәрәфетдиновбелдереүенсә, Башҡортостанда йәшәгәндәрҙең 69 проценты дәүләт хеҙмәттәре порталдарына инеү мөмкинлегенә эйә. Республикала уртаса төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталы менән ай һайын 500 мең самаһы кеше файҙалана. Шул уҡ ваҡытта төбәктә йәшәүселәрҙең электрон төрҙә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты менән ҡәнәғәт булыу кимәле 4,2 балл менән баһалана, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғары.

Динар Шәрәфетдинов һүҙҙәренсә, 2021 йылда республикала, Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса, бөтә Рәсәй дәүләт хеҙмәттәре порталына 76 күмәк социаль әһәмиәтле хеҙмәт сығарылған. Федераль һәм төбәк порталдарына 103 яңы хеҙмәт сығарыуҙы ул уҙған йылдың ҡаҙанышы тип атаны.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: