Рәсми бүлек
6 Октября 2022, 07:57

Рәсәйҙәрҙең өс категорияһы өсөн мобилизация кисектерелә

Владимир Путин дәүләт аккредитациялаған юғары уҡыу йорттары, колледждар, ғилми ойошмаларҙың табип-ординаторҙары, аспиранттары һәм студенттары өсөн өлөшләтә мобилизацияны кисектереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәйҙәрҙең өс категорияһы өсөн мобилизация кисектереләРәсәйҙәрҙең өс категорияһы өсөн мобилизация кисектерелә
Рәсәйҙәрҙең өс категорияһы өсөн мобилизация кисектерелә

Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Рәсәй Президенты указына ярашлы, был инновациялы фәнни-технологик үҙәктәрҙә һәм дини белем биреү ойошмаларында уҡып йөрөгәндәргә лә ҡағыла.

Билдәләнеүенсә, ҡарар ошондай кимәлдәге белемде беренсе тапҡыр алыусы граждандар өсөн көнүҙәк.

Автор:Эльвира Хамзина