

Ҡазандың ЗАГС бүлегендә яҡташтарыбыҙҙың никахтары теркәлде. Парҙар мобилизацияға тиклем өйләнешеп өлгөрмәгән. Шуға күрә кәләштәр хәрби күнекмәләр үткән яратҡан кешеләре янына үҙҙәре барған.
Миләүшә менән Владимир алты йыл бергә йәшәһәләр ҙә, никахтарын рәсмиләштерергә ашыҡмаған. Улар ике бала үҫтерә
Ксения менән Роман 14 йыл бергә йәшәйҙәр, 8 йәшлек ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Өйләнешергә күптән теләһәләр ҙә, быға тиклем һуҙып килгәндәр.
Елена һәм Александр туйҙары төрлө сәбәптәр менән дүрт йылға һуҙылған.
Парҙар бер көндә яҙылышҡан. Кәләштәр Белоретҡа әйләнеп ҡайтҡан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мобилизацияланғандар ЗАГС-ҡа мөрәжәғәт иткән көндө үк никахтарын теркәргә мөмкин. Бының өсөн военкоматтан справка кәрәк.