+1 °С
Болотло
"Кәңәшсем Алик Камалетдинов Шайморатов исемендәге батальон урынлашҡан урынға барып етте. Алғы һыҙыҡта улар Виктор ата һәм Хәмзә хәҙрәт менән бергә. Улар яугирҙәребеҙгә өйҙән посылкалар, хаттар алып барҙы, егеттәр менән аралаша, уларға әхлаҡи ҡтан терәк булып, психологик ярҙам күрһәтә. Яугирҙәребеҙгә нимә кәрәклеге тураһында мәғлүмәт туплайбыҙ. Беҙ гуманитар ылау әҙерләйбеҙ, тиҙҙән уны алғы һыҙыҡҡа оҙатабыҙ.
Барығыҙға ла уңыштар теләйем!" - тип яҙҙы республика Башлығы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә.