Рәсми бүлек
10 Октября 2022, 09:57

«Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация этабы аҙағына яҡынлаша»

Башҡортостан юлдаш телеканалының «Честно говоря» тапшырыуында Өфөнөң Киров һәм Ленин райондары хәрби комиссары Юрий Алферов хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация этабы аҙағына яҡынлаша.

«Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация этабы аҙағына яҡынлаша»«Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация этабы аҙағына яҡынлаша»
«Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация этабы аҙағына яҡынлаша»

Уның һүҙҙәренсә, республикала Рәсәй Оборона министрлығының хәрби частарҙы комплектлау буйынса ҡуйған бурыстарының байтаҡ өлөшө үтәлгән дә инде.

«Барыһы ла планға ярашлы бара, даими урынлашҡан урындарҙан частар хәрби әҙерлек полигондарына сығарыла башлай, ә уларҙың урынын яңынан комплектлау өсөн саҡырылғандар биләй», — тип билдәләне Юрий Алферов.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас