Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
10 Октябрь 2022, 11:25

Путин мобилизацияланғандарҙы пеняларҙан азат иткән законға ҡул ҡуйҙы

Мобилизацияланған граждандар һәм уларҙың ғаиләләре торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә ваҡытында түләмәгән өсөн пеняларҙан азат ителә. 

Путин мобилизацияланғандарҙы пеняларҙан азат иткән законға ҡул ҡуйҙы
Путин мобилизацияланғандарҙы пеняларҙан азат иткән законға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин тейешле ҡарарға ҡул ҡуйған.

Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Закон мобилизация буйынса хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән граждандарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының әлеге контракт ғәмәлдән сыҡҡансы торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә, капиталь ремонтҡа иғәнәне ваҡытында түләмәгән өсөн пеня һалмауҙы күҙ уңында тота.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: