Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Октябрь 2022, 17:51

Шайморатовсылар сафына алындылар

Бөгөн Өфөләге Совет майҙанында Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәм барлыҡ Ватан һаҡсыларына бағышланған мемориаль комплексты асыу сараһында уҡыусыларҙы шайморатовсылар  сафына ҡабул итеү тантанаһы ла үтте.

Шайморатовсылар сафына алындылар
Шайморатовсылар сафына алындылар

500 шайморатовсы Ватаныбыҙға тоғро булырға ант итте, махсус кластың гимны - «Шайморатов генерал”ды башҡарҙы, тантаналы шарттарҙа кадеттар ҡулынан дивизия байрағын ҡабул итеп алды.

Ғөмүмән, бәхете бөгөнгө тантаналы сарала ҡатнашҡан уҡыусыларға тарихи сарала ҡатнашыу хоҡуғы бер ай элек бирелгәйне. Шишмә районындағы “Патриот” паркында Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Кубокка үткән  ярыштарҙа республиканың төрлө район-ҡалаларынан 20 еңеүсе команда бындай хоҡуҡты алды. Белорет лицей-интернатының йәш шайморатовсылары ла еңеүсе егерме иҫәбенә инде.

9-10 октябрҙә Өфөлә Республика көнө, һәйкәл асыу тантанаһы, шайморатовсылар сафына алыу  айҡанлы репетициялар үтте. Белорет лицеистары ла был тарихи тантанала ҡатнашты. Уҡыусылар өсөн Хәрби Дан, Башҡортостандың Милли,  112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙарына, баш ҡаланың тарихи урындары буйлап экскурсиялар ойошторолдо. Шайморатовсылар өсөн патриотик фильмдар күрһәтелде. Баскетбол, пионербол уйнанылар, бокс, милли көрәш, уҡ менән атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.

Ә бөгөн иһә улар иң тулҡынландырғыс мәл – шайморатовсылар сафына алыу тантанаһында ҡатнашты.

Легендар генералдың исемен йөрөтөүселәр һәр яҡлап өлгөлө булырына шик юҡ!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: