Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
12 Октябрь 2022, 14:27

Мобилизацияланғандар хәрби күнекмә урынына ебәрелгән

Пензала Башҡортостандан, Ульяновск һәм Пенза өлкәләренән ир-егеттәр тупланған икенсе йыйылма отрядты кисә, 11 октябрҙә хәрби күнекмә урынына оҙатҡандар.  Бының турала губернатор Олег Мельниченко хәбәр иткән.

Мобилизацияланғандар  хәрби күнекмә урынына ебәрелгән
Мобилизацияланғандар хәрби күнекмә урынына ебәрелгән

«Рәсәйҙең яңы төбәктәре халҡы яҡлауға мохтаж. Уны шул иҫәптән беҙҙең һалдаттар ҙа тәьмин итәсәк. Улар ҡыйыулыҡ һәм тоғролоҡ менән һис шикһеҙ үҙҙәрен күрһәтәсәк», - тип яҙған ул.

Быға хәтлем «Башинформ» хәбәр итеүенсә, Пензанан мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың беренсе төркөмө юлға сыҡты. БР Башлығының “хәрби” һорауҙар буйынса кәңәшсеһе Юрий Орда аныҡлап китеүенсә, уларҙы Рәсәйҙең Көньяҡ хәрби округына хеҙмәт итергә йүнәлткәндәр. Алдан билдәле булыуынса, төркөм Ҡырымға ебәрелгән.

Һарытауҙың тимер юл вокзалынан резервсы яҡташтарыбыҙҙың тағы бер төркөмө хәрби өйрәнеү урындарына юлланған. Уларҙы вице-губернатор Игорь Пивоваров оҙатҡан.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: