Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
19 Октябрь 2022, 14:44

Республикала мобилизациялау иртәрәк тамамланасаҡ

Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация әле дауам итә, ул илдә билдәләнгән дөйөм ваҡыттан иртәрәк, 28 октябргә ҡарай тамамланасаҡ тип хәбәр итте «Бизнес ФМ Уфа» интервьюһында республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич.

Республикала мобилизациялау иртәрәк тамамланасаҡ
Республикала мобилизациялау иртәрәк тамамланасаҡ

— Мобилизация беҙҙә планға ярашлы дауам итә. Илдең бар төбәктәрҙә быға ваҡыт төрлөсә бүленгән һәм уны үтәмәүгә сәбәптәр юҡ. Беҙ был сараны 28 октябргә ҡарай, дөйөм мобилизация тамамланғанға тиклем туҡтатасаҡбыҙ, — тине Блажевич.

Артабан ул планды арттырып үтәү техник яҡтан булмай тине. Айырым билдәләнгән хәрби частар формалаша, уларҙағы штаттан күберәк кешене йәлеп итеп булмай.

Республика етәксеһенең, хакимиәт башлыҡтарының һәм бар структураларҙың мөнәсәбәте һөҙөмтәһендә киҫкен һорауҙар хәл ителә, ялыу һәм мөрәжәғәттәр кәмегән.

- Мобилизация мәлендә нюанстар булып алды. Номатив-холуҡ базаһын үҙгәртергә, хәрби хеҙмәткә алынған ир-егеттәрҙе кире ҡайтарырға ла тура килде. Беҙ бының кеүек хәлдәр башҡа ҡабатланмаһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ, - тине хәрби комиссар.

Ҡайһы бер миң мәғлүмәт саралары илдә өлөшләтә мобилизацияның тамамланыуы тураһында хәбәр итә. Тик РФ Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, быға Владимир Путиндың айырым указын булдырыу планға индерелмәгән. Үҙәҙренә ҡуйылған бурысты үтәгән төбәктәр мобилизацияны туҡтатҡан.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: