Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Октябрь 2022, 17:01

Республика Башлығына һорауҙарығыҙҙы бирегеҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров менән тура бәйләнешкә үҙ һорауыңды ебәр.

Республика Башлығына һорауҙарығыҙҙы бирегеҙ!
Республика Башлығына һорауҙарығыҙҙы бирегеҙ!

Тура эфирҙы 27 октябрь 19:00 сәғәттә республиканың төп каналдары эфирында һәм төбәк етәксеһенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин.

Һорау ебәреү өсөн ике ысул:
- Беренсенән, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә комментарий ҡалдырырға мөмкин (vk.com/radiyhabirov, ok.ru/radiyhabirov);
- Шулай уҡ glavarb.ru сайты аша видео һорау ебәрергә була.
Һорауҙы видео форматта ебәрер өсөн Дәүләт хеҙмәттәре сайтында теркәлеү мөһим. Артабан glavarb.ru сайтына инергә, «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” тигән виджитты табырға, «Проблема тураһында хәбәр итергә» тигән пункты һайларға кәрәк. Асылған форма буйынса видео һорауҙы беркетегеҙ, һеҙҙең һорауға бәйле бүлекте һайлап бөтә юлдарҙы тултырығыҙ.

Видеоһорауға талаптар:

Яҙманы телефондан ебәргәндә, оҙонлоғо бер минуттан, файлды компьютер аша тейәгәндә ауырлығы 10 мегабайттан артмаһын.
Видеоны бина эсендә төшөргән осраҡта, бүлмә яҡты булырға, һорау биреүсенең йөҙө асыҡ күренергә тейеш.
Видеоны горизонталь рәүештә төшөрөргә, яҙма сифатлы булһын өсөн камера һелкенмәҫкә тейеш.
Видеояҙма урамда төшөрөлһә, һорау биреүсенең тауышы ишетелеүен мотлаҡ тикшереүегеҙ һорала.
Һорау бирер алдынан исем фамилияғыҙҙы һәм ҡайҙа йәшәүегеҙҙе,
иң аҙаҡта был һорауҙың Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә ебәрелеүен әйтеп үтергә онотмағыҙ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: