Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
21 Октябрь 2022, 10:34

"Һеҙ - көслө, ҡаһарман, рухлы"

20-22 октябрҙә ишетеү һәләте боҙолған 35 йәшкә тиклемгеләр араһында “DeafSkills-2022” һөнәри оҫталыҡ милли чемпионаты үтә.

"Һеҙ - көслө, ҡаһарман, рухлы"
"Һеҙ - көслө, ҡаһарман, рухлы"

Кисә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында ошо сараны асыу тантанаһы  булды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров II милли чемпионатта ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.

 – Һеҙҙе республикабыҙҙа ҡабул итеүебеҙгә шатбыҙ. Илебеҙҙең 45-тән ашыу төбәгенән 350-нән күберәк ҡатнашыусы килде. Һеҙ – матур, көслө, ҡаһарман рухлы кешеләр. Һөнәри оҫталыҡҡа ынтылаһығыҙ, - тине Радий Фәрит улы. – Сит илдәрҙән ҡатнашыусыларҙы сәләмләйем. Үзбәкстан, Ҡаҙағстан делегацияһы килде. Бөгөн беҙҙең менән булыуығыҙ өсөн рәхмәт. Уңыштар теләйбеҙ!

Сарала шулай уҡ республиканың финанс министры Лира Иғтисамова, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте етәксеһе Станислав Иванов һәм башҡалар ҡатнашты.

Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте етәксеһе Станислав Иванов та чемпионатта ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.

Баш ҡалабыҙҙа үткәрелгән чемпионатты ойоштороусылар – Бөтә Рәсәй Һаңғырауҙар йәмғиәте Президент гранттары фонды һәм Башҡортостан Хөкүмәте, проекттың төбәк операторы – Башҡортостан Республикаһының йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: