Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
23 Октябрь 2022, 11:38

Ашнаҡсыға һәйкәл

Халыҡ-ара ашнаҡсылар көнө уңайынан балаларҙы туҡландырыусы ашнаҡсылар хөрмәтенә Рәсәйҙә беренселәрҙән булып, һәйкәл асылды.

Ашнаҡсыға һәйкәл
Ашнаҡсыға һәйкәл

- Башҡортостанда балаларҙы ашатыу өлкәһендә 5500-ҙән ашыу кеше эшләй. Ашнаҡсылар 360 мең мәктәп һәм балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙе сифатлы һәм тәмле ризыҡ менән тәьмин итә. Туҡландырыу сифаты Федераль һәм төбәк конкурстарҙа юғары баһалана һәм хаҡлы рәүештә Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан булып һанала. Ошондай һәйкәл, иң элек, мәктәп ашнаҡсыларының һөнәрен баһалау һәм абруйын арттырыуға йүнәлтелгән.Һәйкәл өфөләргә, Өфө ҡунаҡтарына ла оҡшар тип уйлайым, - тине һәйкәл асыу тантанаһында сығыш яһағанда Башҡортостан республикаһы Сауҙа һәм хеҙмәт министры Алексей Гусев. – Ул шулай уҡ ойоштороусыларға, бөтә ашнаҡсыларға рәхмәт әйтте.
Яңы арт-объект “ Ашнаҡсыларыбыҙға рәхмәт” исемле скульптуралы композиция баш ҡаланың Ғафури урамындағы 35-се мәктәп янында урынлашты. Һәйкәлдә бәләкәй ҡыҙға кәтлит һәм макарон биреп торған ашнаҡсы һынландырылған. Бала йөҙөндә рәхмәт билгеһе һәм шатлыҡ сағыла. Скульптура Балалар һәм диетик туҡландырыу үҙәге башланғысы менән барлыҡҡа килгән. Уны Мәскәү скульптуры, Рәссамдар союзы ағзаһы Андрей Асерьянц яһаған.

3 метрлыҡ композиция металдан ҡойолған, ауырлығы 350 кг. Уны төҙөү өсөн ярты йыллап ваҡыт киткән. Иҫтәлекле урындың нигеҙенә “Аша, уҡы, ҙур булып үҫ” тип яҙылған.

Автор Андрей Асерьянц әйтеүенсә, ул ниндәйҙер билдәле кеше һынын түгел,ә балалар ашнаҡсыларының йыйылма образын сағылдырырға тырышҡан.

“Ашнаҡсыларыбыҙға рәхмәт!”

Әйткәндәй, үткән аҙнала республика мәктәп һәм балалар баҡсаларында “Ашнаҡсыларыбыҙға рәхмәт!” тигән акция үтте. Балалар үҙҙәренең ашнаҡсыларын һөнәри байрамдары менән ҡотлап, йыр-бейеүҙәр башҡарҙы, төрлө видеороликтар төшөрҙө, шиғырҙар һөйләне.

Министрлыҡ етәксеһе әйтеүенсә, файҙалы, сифатлы ризыҡты популярлаштырыуға һәм мәктәп ашнаҡсылары һөнәре абруйын арттырыуға йүнәлтелгән бындай акция киләсәктә лә үткәреләсәк.

Автор:Нэркэс  Валиуллина
Читайте нас: