Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
24 Октябрь 2022, 17:01

Күп балалы атайҙар хәрби уҡытыу урындарынан ҡайтарыла

Мобилизацияға эләккән өс балалы атайҙар ошо көндәрҙә хәрби уҡытыу урындарынан ҡайтарыласаҡ. 

Күп балалы атайҙар хәрби уҡытыу урындарынан ҡайтарыла
Күп балалы атайҙар хәрби уҡытыу урындарынан ҡайтарыла

Быны Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән хөкүмәт оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров ҡушты.

«Әйҙәгеҙ, хәрби уҡытыу урындарындағы 16 йәшкә тиклемге өс балаһы булған атайҙарҙы ҡайтарайыҡ. Миңә хәбәр итеүҙәренсә был 200-ҙән артыҡ кеше. Был ғәҙел буласаҡ», - тине төбәк етәксеһе.

Шул уҡ мәлдә Радий Хәбиров район-ҡала башлыҡтарына хәрби комиссариаттар менән берлектә өйҙәренә ҡайтарылғандар урынына саҡырыласаҡ ир-егеттәрҙең исемлеген әҙерләргә ҡушты.
«Беҙгә мобилизация планын үтәр өсөн был кешеләрҙе икенселәре менән алмаштырырға кәрәк. Аңлау өсөн шуны әйтәм, беҙ республикала булған мобилизация резервының бәләкәй процентын саҡырабыҙ. Зинһар быны эшләгеҙ», - тине ул.

«Башинформ» хәбәр итеүенсә, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары инициативаһы менән күп балалы атайҙарҙы өлөшләтә мобилизациянан азат итергә ҡарар ҡабул ителде. Быға хәтлем дүрт һәм унан күберәк балалы атайҙарҙы хәрби хеҙмәттән азат ителде.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: