Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
27 Октябрь 2022, 20:23

Салауат Юлаев батальонына һәр яҡлап ярҙам буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнештә республикала өсөнсө Салауат Юлаев исемендәге доброволецтар батальоны булдырыу хаҡында әйтте.

Салауат Юлаев батальонына һәр яҡлап ярҙам буласаҡ
Салауат Юлаев батальонына һәр яҡлап ярҙам буласаҡ

“Отставкалағы полковник, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә булған Артур Йомағужин махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн Салауат Юлаев исемендәге доброволецтар батальоны төҙөү башланғысы менән сығыш яһағас та һөйләшеп килештек – әгәр идея республикабыҙ егеттәрендә яҡлау тапһа, беҙ мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ. Бөгөн Артур Ғәлимйән улы миңә әйтеүенсә, батальонға инеү теләген 700 кеше белдергән, улар – хәрби тәжрибә туплаған, "ҡыҙыу нөктәләр"ҙе үткән ир-егеттәр.

Һүҙебеҙҙе тотабыҙ һәм Башҡортостандың өсөнсө батальонына һәр яҡлап ярҙам итергә бурыслыбыҙ – был беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Техника, кейем-һалым, барлыҡ кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итәсәкбеҙ, һәм был формалашыу этабында ғына түгел, ә киләсәктә лә буласаҡ. Уларға М. Шайморатов, А. Доставалов исемендәге батальондарҙа ҡатнашыусыларға түләнгән аҡса биреләсәк, ә ғаилә ағзаларына махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ҡарата күрелгән ярҙам саралары ҡағыласаҡ.

Беҙ был егеттәр өсөн уларҙың туғандары, яҡындары алдында, шулай уҡ бар республика алдында яуап бирәбеҙ – башҡа хәрби бурысын үтәгән егеттәргә кеүек үк”, – тине Радий Хәбиров.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: