Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
28 Октябрь 2022, 14:46

Бөгөн өлөшләтә мобилизация тамамланды

Башҡортостанда бөгөн, 28 октябрҙә, төбәк өсөн билдәләнгән планды үтәүгә бәйле өлөшләтә мобилизация рәсми рәүештә тамамланды. Хәрби комиссар Михаил Блажевич нәҡ ошо көндә саҡырыу тамамланасағын белдергәйне.

Бөгөн өлөшләтә мобилизация тамамланды
Бөгөн өлөшләтә мобилизация тамамланды

Республикабыҙҙан мобилизацияланған ир-егеттәр уҡыу частары урынлашҡан биш ҡалаға ‒ Пензаға, Һарытауға, Ҡазанға, Еланға һәм Вольскиға оҙатылды.

Кисә тура бәйләнеш ваҡытында Радий Хәбиров төбәктә запастағы яугирҙәрҙе оҙатыуҙың ойошҡанлы үтеүен әйтте.

«Бурысты үтәнек. Махсус хәрби операция зонаһына юлланған ир-егеттәргә ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә. Үҙем уларҙы оҙатыуҙа ҡатнаштым, ғаиләләре менән үҙҙәрен лайыҡлы тотоп, ләкин моңһоу ғына ҡарап хушлаштылар. Улар туристик сәйәхәткә түгел, ә ғүмер һәм һаулыҡ өсөн хәүефле урындарға бара. Хәҙерге көндә төп бурыс, коллегаларым да мине ишетә, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреү. Бар көсөбөҙҙө һалырбыҙ», ‒ тине республика етәксеһе.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: