+1 °С
Болотло
Был төбәктә әле уңыш йыйыу дауам итеүе менән бәйле. Ә Белорет районында аграрийҙарҙы бөгөн тәбрикләнеләр.
Тантаналы йыйылышта муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, хакимиәттең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Олеся Иҙрисова сығыш яһап, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Алдынғыларға Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының, муниципаль район Советының Почет грамоталары, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Ауыл хужалығы өлкәһе ветерандары тәбрикләнде.