Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
2 Декабрь 2022, 12:20

Белоретта тағы ла бер резидент

Белоретта тағы ла бер йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты өҫтәлде.

Белоретта тағы ла бер резидент
Белоретта тағы ла бер резидент

Рәсәй  Иҡтисади үҫеш министрлығы “Белорет металл изделиеларын етештереү” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен Башҡортостан Республикаһы “Белорет” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты реестрына индерҙе.  Компания шөрөп етештереүҙе ойоштороу өсөн  11 млн. һум тотонорға уйлай.  Етештереү ҡеүәте йылына 228 тонна тәшкил итер тип көтөлә.  Предприятие уға 2024 йылда сығырға уйлай. 10 эш урыны булдырыласаҡ.

“Белорет металл изделиеларын етештереү” йәмғиәте 2022 йылдың 12 авгусында теркәлгән. Төп эшмәкәрлеге – онтаҡ металургия ысулы менән изделиеларҙы әҙерләү, сүкеү, преслау, штампылау.
Бөгөн “Белорет” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә 12 резидент теркәлгән.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: