Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
2 Декабрь 2022, 11:08

Радий Хәбиров тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

Республикала тәүге тапҡыр билдәләнгән Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Радий Хәбиров тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы
Радий Хәбиров тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

«Башҡортостанда беренсе тапҡыр Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләйбеҙ. Республиканың барлыҡ сәнәғәт предприятиелары эшсәндәрен ошо күркәм байрам менән ихлас ҡотлайым! Ете йыл элек, 1 декабрҙә, «Республикала сәнәғәт сәйәсәте тураһында» Закон ҡабул ителде. Һөнәри байрамды ошо датаға тура килтереп үткәрәбеҙ. Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт белдерәм. Пандемия осоронда ла, хәҙер ҙә ҡатмарлы бурыстарҙы лайыҡлы башҡараһығыҙ. Илгә еңергә һәм яңы бейеклектәр яуларға ярҙам итәһегеҙ. Иҡтисадты, оборонаны нығытаһығыҙ. Кешеләрҙең тормошон яҡшыраҡ итәһегеҙ», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, бөгөн республика сәнәғәте тулайым төбәк продуктының өстән бер өлөшөн тиерлек етештерә. Төп тармаҡтар – химия һәм нефть химияһы, электр энергетикаһы, машиналар эшләү һәм металлургия – иртәгәһе көнгә ышаныслы ҡарай.

«Беҙ еңел сәнәғәт һәм урман сәнәғәте комплексы предприятиеларына ярҙам итәбеҙ. Льготалы займдар һәм гранттар бирәбеҙ. Ведомство-ара комиссиялар сиктәрендә эре холдингтар менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итәбеҙ.Өҫтөнлөклө зоналар булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ.

Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт белдерәм. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем», - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы бөгөн сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында эшләгән 47 хеҙмәткәр республиканың дәүләт наградалары менән бүләкләне. Улар араһында Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Нефтекаманың «Искожа» хеҙмәткәрҙәре, шахтерҙар һәм машина эшләүселәр бар.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: