Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
2 Декабрь 2022, 11:59

Яугирҙарға йылы кейемдәр

Белорет ҡатын-ҡыҙҙары райондан мобилизацияланған яугирҙар өсөн термокейем тегә.

Яугирҙарға йылы кейемдәр
Яугирҙарға йылы кейемдәр

Евгенияның олатаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны була, ә тормош иптәше Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәр ҡатнашыусыһы, шуға ла был тема уға яҡын.

Тегенеү оҫталығы булған Женя яргирҙарға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән социаль селтәр сәхифәһендә пост-саҡырыу ҡалдыра һәм уның идеяһын хуплаған, битараф булмағандарҙы берләшергә өндәй.   
Тегенсе-ирекмәндәр командаһына Лариса һәм Ольга килә. Белорет, Мәскәү, Силәбенән күрһәтелгән матди ярҙамға ҡатындар бер рулон флис туҡыма һатып ала һәм эшкә тотона.
Оҫталар эштән һуң йорттарында тегә. Әле 10 снуд, 4 балаклава, 46-62 үлсәмле ике әйберҙән торған йылы 21 комплект әҙер. Йылы кейемдәр Военторгҡа тапшырылған.

Евгения, Ольга һәм Лариса фамилияларын әйтергә яратмай. Һәр береһе 2-шәр бала тәрбиәләй. Буш ваҡыттары булмаһа ла, изге эш өсөн ваҡытын йәлләмәй улар.

Тегенселәр термокейемдең тәүге партияһын хәрби операция барған урындарға ебәреү менән артабан дауам итергә ниәтләй.

“Беҙ – тыл, беҙһеҙ бер нисек тә булмай”, ти Евгения. – Беҙ еңеп, иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ”

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: