Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
12 Декабрь 2022, 14:13

Шайморатов батальоны яугирҙарына - дәүләт наградалары

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт ирекле батальоны яугирҙарына Ватан Геройҙары көнөндә Башҡортостан Башлығы исеменән Шайморатов ордендары, республиканың дәүләт наградалары, балаларҙың хаттары һәм һүрәттәре, шулай уҡ хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн махсус ҡорамалдар тапшырылды.

Шайморатов  батальоны яугирҙарына - дәүләт наградалары
Шайморатов батальоны яугирҙарына - дәүләт наградалары

«Эксперттар әйтеүенсә, башҡорт яугирҙарының хәрби рухы юғары, улар оҫталыҡ күрһәтә һәм абруй менән файҙалана. Махсус хәрби ҡатнашыусылар араһынан 80-дән ашыу яугир Рәсәйҙең дәүләт наградаларына тәҡдим ителгән»,  — тип белдерҙе «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас