Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Декабрь 2022, 17:50

Республика етәксеһе Башҡортостан сода компанияһының Директорҙар советы рәйесе менән осрашты

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан сода компанияһы»ның Директорҙар советы рәйесе Андрей Пилипенко менән осрашты.

Республика етәксеһе Башҡортостан сода компанияһының Директорҙар советы рәйесе менән осрашты
Республика етәксеһе Башҡортостан сода компанияһының Директорҙар советы рәйесе менән осрашты

«Башҡортостан сода компанияһы» республиканың мөһим һәм ышаныслы партнёрҙарының береһе булып тора, тип билдәләне Радий Хәбиров. Ул компанияға Донбасс төбәктәренә һәм хәрбиҙәргә ярҙам йөҙөнән гуманитар конвойҙар ойоштороуҙа ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡуйған барлыҡ бурыстар –предприятиены яңыртыу, экологик зыянды бөтөрөү, яңы сеймал сығанаҡтарын эҙләү – үтәлер тип ышанабыҙ. Тышҡы сәйәси конъюнктура үҙгәрә, ләкин беҙҙең хеҙмәттәшлек туҡтамаҫҡа тейеш», – тине Радий Хәбиров.
Андрей Пилипенко Башҡортостан етәкселегенә күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе. «БСК» һәр ваҡыт социаль йүнәлешле компания булды, республикаға ярҙам күрһәтеү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе, тип билдәләне ул. Шулай уҡ хеҙмәт коллективы производство ҡеүәттәрен яңыртыу һәм тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү буйынса эш алып бара. Һүҙ - шлам йыйыу урындарын рекультивациялау тураһында. Бының өсөн компания Росприроднадзор менән берлектә экологик сараларҙың юл картаһын эшләгән, шул иҫәптән Стәрлетамаҡтағы майҙансыҡтарҙа.

Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың химия сәнәғәтен үҫтереүҙә компанияның мөһим роль уйнауын билдәләне һәм Андрей Пилипенконы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас