+1 °С
Болотло
«Мин һәр саҡ республикабыҙ берҙәм булһын, халыҡ бер-береһен хөрмәт итһен, уларҙың ҡиммәттәре берҙәм булһын өсөн эшләнем. Минеңсә, быйыл шундай мәл етте. Әлбиттә, быға егеттәребеҙҙең, шул иҫәптән Башҡортостандан, махсус хәрби операция барышында илебеҙҙе һаҡлауы булышлыҡ итте. Шуға күрә илебеҙгә, яугирҙәребеҙгә, мобилизацияланғандарға, ирекмәндәргә ярҙам күрһәтеү минең өсөн төп бурыс булды. Был эшкә тейешле иғтибар бүлдек. Беҙ яугирҙәрҙең ғаиләләренә булышлыҡ итеү системаһын булдырҙыҡ», – тип билдәләне Радий Хәбиров ҙур интервьюһында.