Рәсми бүлек
29 Декабря 2022, 06:50

Яңы йылға яңы уңыштар менән

Яңы йыл алдынан йылға йомғаҡ яһап, иң-иңдәрҙе билдәләү изге йолаға әүерелгән. Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә хеҙмәте, йәшәү рәүеше менән бүтәндәргә өлгө булырлыҡ дан яҡташтарыбыҙҙы тәбрик иттеләр. - Еңел булмаған осорҙа фиҙаҡәрлек күрһәткән, бурыс-йөкләмәләрҙе ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған хеҙмәт алдынғылары - беҙҙең ғорурлыҡ. Сифатлы, берәгәй эшегеҙ, намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге насип ҡылһын, - тине үҙ сығышында муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.

Яңы йылға яңы уңыштар менәнЯңы йылға яңы уңыштар менән
Яңы йылға яңы уңыштар менән

42 йыл ғүмерен водитель һөнәренә арнаған, бөгөнгө көндә Ҡағы мәктәбендә балалар автобусы йөрөткән Александр Быковҡа юғары һөнәри оҫталығы, емешле хеҙмәте, әүҙем тормош позицияһы өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың исемле сәғәте һәм район хакимиәтенең Почет грамотаһы тапшырылды. Александр Анатольевич әйтеүенсә, был уның өсөн көтөлмәгән һөйөнөс булған. Хәйер, хеҙмәте арҡылы ғына түгел, шәхси тормошо менән дә һоҡланғыс кеше ул. Ҡатыны Светлана Борисовна менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, башлы-күҙле иткәндәр. Бөгөнгө көндә өс ейән-ейәнсәргә өләсәй-олатай булырға ла өлгөргәндәр.

- Тормош иптәшем һөнәре буйынса ашнаҡсы, балалар баҡсаһында эшләй. Икебеҙ ҙә балалар менән эшләүҙән йәм табып, хеҙмәтебеҙҙе еренә еткереп башҡарабыҙ, - ти Александр.

Сәфәрғол ауылында хәләл ефете менән биш ул, бер ҡыҙ тәрбиәләгән Динара Зәки ҡыҙы Хәҙиәтуллина өсөн дә ғәйәт ҡыуаныслы булды был көн. Алты балаға ғүмер биргән, балаларын наҙ-хәстәргә сорнаған әсәй “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды.

- Данис менән Илшат - студенттар, Белорет, Өфө ҡалаларында урта һөнәри белем алалар. Рамаҙан - етенселә, Нәркәс икенсе класта уҡыһа, Айнурыбыҙ балалар баҡсаһына йөрөй. Ә кинйәбеҙ Айназға ике генә йәш әле. Һәммәһе лә тырыштар, әүҙемдәр, һәр сараның уртаһында ҡайнайҙар, - ти бәхетле әсәй балалары өсөн ғорурлыҡ кисереп.

Динара Зәки ҡыҙы һөнәре йәһәтенән ашнаҡсы, әле бәләкәсе менән декрет ялында. Көньяҡ Урал ҡурсаулығында урмансы булып эшләгән Фәнис Самат улын да хеҙмәттәштәре, ауыл халҡы яуаплы, эшһөйәр, итәғәтле ғаилә башлығы тип белә. Хәҙиәтуллиндарҙың уртаҡ тормошона ла быйыл 14 йыл тулған. Матур итеп донъя тотҡан, кәртә тултырып мал-тыуар аҫраған, балалар үҫтергән татыу ғаилә, ысынлап та, һәр йәһәттән өлгөлө.

Юл тармағы үҫешенә тос өлөш индергән, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәткән фиҙаҡәрҙәрҙе лә тәбрикләнеләр. Белорет юл ремонтлау-төҙөү идаралығының начальнигы Александр Калинин, Белорет юл ремонтлау-төҙөү идаралығының Инйәр участкаһы начальнигы Андрей Акатьев, юл эшсеһе Альберт Фәйзуллин, “Башкиравтодор” йәмғиәтенең автогрейдер машинисы Айҙар Аҙнасурин Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Барлыҡ лайыҡлыларҙы наградалары менән ҡотлап, киләсәктә лә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас