Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
30 Декабрь 2022, 14:25

Проекттар - ауыл хакимиәттәренә ярҙамға

Быйыл “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһы сиктәрендә ике ауыл хакимиәте тракторлы булды.

Проекттар - ауыл хакимиәттәренә ярҙамға
Проекттар - ауыл хакимиәттәренә ярҙамға

Үрге Әүжән ауыл хакимиәте өсөн был тәүге генә еңеү түгел. 2016 йылда программа сиктәрендә Исмаҡай мәктәбенә йылылыҡ үткәрелде, 2018 йылда зыярат кәртәләнде.

Трактор Үрге Әүжән һәм Исмаҡай ауылдарын төҙөкләндереү, юлдарҙы тәртиптә тотоу һәм таҙартыу өсөн тотоноласаҡ.

Шығай ауыл хакимиәте лә проектта өс тапҡыр еңеүгә өлгәште. 2019 йылда хакимиәт мобиль янғын комплексына эйә булһа, 2018 йылда Үткәлдә спорт майҙансығы урынлаштырылды. Техника ла артабан ауылдархалҡы мәнфәғәтенә хеҙмәт итәсәк.Шығай, Үткәл, Үҙәнбаш, Новобельский, Хөсәйен ауылдары юлдарынтаҙартыу өсөн ҡулланыла.

Тракторҙар һатып алыу өсөн республика бюджетынан - берәр миллион,район бюджетынан 1 миллион һумғаяҡын аҡса бүленде. 100 мең һумдыбағыусылар һәм ауыл халҡы йыйҙы.

Урындағы һәм район ҡаҙнаһы иҫәбенә сүмесле йөк тейәгестәр һатыпалынды.

Бындай проекттар ауыл хакимиәттәренә ярҙамға килә. Райондың актив хакимиәттәре төҙөкләндереүҙәпроекттарҙың реаль ярҙамын күрә ләинде.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: