Рәсми бүлек
12 Ғинуар 2023, 05:54

Президент хөкүмәттең 2023 йылға бурыстарын билдәләне

Рәсәй президенты Владимир Путин быйыл хөкүмәт ағзалары менән тәүге кәңәшмәһендә ағымдағы йылға эштең алты төп йүнәлешен атаны. 

Президент хөкүмәттең 2023 йылға бурыстарын билдәләнеПрезидент хөкүмәттең 2023 йылға бурыстарын билдәләне
Президент хөкүмәттең 2023 йылға бурыстарын билдәләне

Улар халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға, илдең ҡеүәтен асыуға, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә йүнәлтелгән күләмле социаль-иҡтисади программаларҙы һәм пландарҙы тормошҡа ашырыуға ҡағыла.

Беренсе йүнәлеш – тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе киңәйтеү һәм яңы логистик коридорҙар төҙөү. Артабан юл һәм башҡа инфраструктураны, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүҙә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеү бурысы тора. Өсөнсө мәсьәлә – Рәсәй иҡтисадының технологик мөмкинлектәрен арттырыу, яңы производстволар һәм эш урындары асыуға этәргес биреү.

Дүртенсеһе – илдең финанс суверенитетын нығытыу. Был юғары технологиялы компанияларға, сәнәғәткә, ауыл хужалығына һәм башҡа тармаҡтарға инвестицияларҙы үҫтереү өсөн мөһим шарт. Бишенсе бурыс – иҡтисади сәйәсәт сараларын кешеләрҙең реаль хеҙмәт хаҡы һәм килеме артыуына, ә социаль ярҙам саралары менән бергә, тәү сиратта, балалы ғаиләләргә, фәҡирлекте һәм тигеҙһеҙлекте артабан кәметеүгә алып килерлек итеп төҙөү. Алтынсы йүнәлеш – демография өлкәһендәге киҫкен проблемаларҙы хәл итеү.

Ошо йүнәлештәр буйынса эш Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрен, шул иҫәптән яңы субъекттарын үҙ эсенә алырға тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-01-11/rost-zarplat-otkrytie-novyh-proizvodstv-prezident-nazval-zadachi-raboty-pravitelstva-v-2023-godu-3101406

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас