

«Бөгөн беҙ ҙур юғалтыу кисерҙек. Оҙаҡ йылдар Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән эшләп, ярыштыҡ, бәхәсләштек, ләкин һәр ваҡыт уртаҡ тел таптыҡ. Беҙ бер-беребеҙгә ҡайһы берҙә ниндәйҙер көнләшеү менән ҡараныҡ, әммә шул уҡ ваҡытта күп милләтле халҡбыҙға хас булған хөрмәтте һаҡлап ҡалдыҡ. Беҙ —туғандаш халыҡтар, беҙ уртаҡ тел табып, уңыштарға өлгәшә алдыҡ, Рәсәй Федерацияһы үҫешенә индергән өлөшөбөҙ сәйәси яҡтан да, хужалыҡ мөнәсәбәттәрендә лә мөһим. Мортаза Ғөбәйҙулла улы яҡшы эшләне һәм үҙенән һуң тәрән эҙ ҡалдырҙы. Хәҙер, уны иҫкә төшөрөп, беҙ артабан йәшәргә һәм эшләргә тейеш.
Республикаларыбыҙ етәкселәре бик татыу эшләй. Заманалар еңел түгел, ләкин беҙ һеҙҙең менән барыһын да еңеп сыға алырбыҙ, сөнки республикаларыбыҙҙың, халҡыбыҙҙың роле һәр ваҡыт ҙур. Үҙ халҡыңды яратһаң, күп нәмәгә өлгәшергә мөмкин. Мортаза Ғөбәйҙулла улы, беҙ һине онотмаҫбыҙ».