Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
6 Февраль 2023, 15:50

Радий Хәбиров аҡсаны ваҡытында түләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың хеҙмәт министры Ленара Ивановаға Башҡортостандың махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ирекле батальондары яугирҙәренә аҡсалата түләүҙе тәьмин итеүҙе айырым контролгә алырға ҡушты.

Радий Хәбиров аҡсаны ваҡытында түләргә ҡушты
Радий Хәбиров аҡсаны ваҡытында түләргә ҡушты

«Беҙ ирекле батальондарға 6 ай хеҙмәт иткәндән һуң 200 мең һум түләү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Әгәр кемдеңдер ваҡыты еткән икән, һеҙҙән, Ленара Хәким ҡыҙы, айырым хәбәр итеүегеҙҙе һорайым. Егеттәр беҙгә вәғәҙә ителгән аҡсаны түләгән өсөн рәхмәт белдерә, ғаиләләр ошо аҡсаға йәшәй, шуға күрә бында дисциплина мөһим әһәмиәткә эйә», — тине Радий Хәбиров.

«Башинформ» Башҡортостан Башлығы 2023 йылдың 23 ғинуарында Шайморатов, Доставалов һәм Салауат Юлаев исемендәге батальондарҙа хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһындағы указға ҡул ҡуйыуы тураһында хәбәр иткәйне. 

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-02-06/radiy-habirov-poruchil-obespechit-svoevremennost-denezhnyh-vyplat-uchastnikam-svo-iz-bashkirii-3132103

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: