Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
8 Февраль 2023, 14:39

60-тан ашыу ҡатын-ҡыҙға - «Әсәлек даны» миҙалы

Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 60-тан ашыу ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырыла. 

60-тан ашыу  ҡатын-ҡыҙға - «Әсәлек даны» миҙалы
60-тан ашыу ҡатын-ҡыҙға - «Әсәлек даны» миҙалы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйған. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Бүләкләнеүселәр араһында республиканың утыҙ районынан һәм биш ҡалаһынан күп балалы әсәләр бар. Белорет районынан Динара Харас ҡыҙы Исаева һәм Наилә Рәмил ҡыҙы Мәхмүтова маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. 

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, миҙал 1998 йылда булдырылған. Ошо ваҡыт эсендә уға һигеҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә 50 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү билдәләнгән. Быға тиклем уның күләме 17 241 һум ине.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-08/v-bashkirii-bolee-60-mnogodetnyh-zhenschin-nagradyat-medalyu-materinskaya-slava-3134652

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: