Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
21 Февраль 2023, 15:23

Льготалар ҡаралды

Ил башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға рәхмәт әйтеп, һәләк булғандарҙың ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. 

Льготалар ҡаралды
Льготалар ҡаралды

Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ҡаралған ярҙам төрҙәре тураһында һөйләне.

– Махсус дәүләт фонды булдырырға тәҡдим итәм. Уның бурысы – һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә һәм махсус хәрби операция ветерандарына адреслы, персональ ярҙам күрһәтеү буласаҡ, – тине Владимир Путин.

Фонд берҙәм тәҙрә принцибы буйынса эшләйәсәк, быйыл уның бүлексәләре илдең бөтә төбәктәрендә лә асыласаҡ. Ветерандарға, хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн махсус фонд булдырыу власть органдарынан да яуаплылыҡты алмай, тип билдәләне Путин.

Бынан тыш, Президент махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ярты йыл һайын 14 көнгә бер тапҡыр отпуск билдәләргә ҡушты. Уның әйтеүенсә, бында юл иҫәпләнмәйәсәк.

Президент белдереүенсә, үҙҙәрен яҡшы командирҙар итеп күрһәткән офицерҙар һәм сержанттар илебеҙҙе Ҡораллы Көстәренең кадр резервына әйләнәсәк.

–Хеҙмәт коллективтары өсөн гарантияларҙы мотлаҡ нығытасаҡбыҙ. Был эш хаҡына ла, социаль тәьминәткә лә ҡағыла, – тине ул.

Шулай уҡ, Президент илдең оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус ҡуртымға биреү программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте. Улар өсөн ҡуртым ставкаһы баҙарҙағына ҡарағанда күпкә түбәнерәк була, сөнки торлаҡ өсөн түләүҙәрҙең байтаҡ өлөшөн дәүләт үҙ өҫтөнә аласаҡ.

Фото: marena99.livejournal.com

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: