Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
3 Март 2023, 14:07

Дмитрий Чернышенко манеж асыуҙа ҡатнашты

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән бергә Өфөлә яңы ябыҡ футбол майҙанын асыуҙа ҡатнашты һәм футбол буйынса «Мин – герой» фиджитал турнирына старт бирҙе. 

Дмитрий Чернышенко манеж асыуҙа ҡатнашты
Дмитрий Чернышенко манеж асыуҙа ҡатнашты

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры һәм республика етәксеһе ярыштарҙа ҡатнашҡан балалар менән дә аралашты.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһына эш сәфәре менән Дмитрий Чернышенко килде.

Яңы ябыҡ футбол манежын финанслауҙың дөйөм күләме 653 миллион һум тәшкил иткән, шуның 550 миллион һумға яҡыны – «Спорт – йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә федераль бюджет аҡсаһы.

«Спорт – йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә Рәсәй хөкүмәте Башҡортостан менән берлектә республика балаларына иҫ киткес шәп манеж бүләк итте. Ошонда һәм әле үк уңышҡа өлгәшкәндәрҙән көс-дәрт алыуығыҙ бик мөһим. Киләсәктә һеҙгә мотлаҡ уңыштар юлдаш булыр», – тип белдерҙе Дмитрий Чернышенко.

Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Өфөнөң балалар-үҫмерҙәр командаларына яңы футбол экипировкаһына сертификат тапшырҙы. Шулай уҡ ул республика республика менән бергә иң яҡшы өс ауыл тренерын 1 миллион һумлыҡ сертификаттар менән бүләкләне.

Вице-премьер фиджитал-футбол буйынса «Мин – герой» турнирына старт бирҙе.

Яңы манежда республиканың 700-гә яҡын йәш футболсыһы туп һуғыу буйынса илдә яңы рекорд ҡуйҙы. Күмәк ҡаҙанышты теркәү өсөн Рәсәйҙең Рекордтар китабы редакцияһы саҡырылды.

Башҡортостан Башлығы Өфө халҡын яңы спорт объектының эшләй башлауы менән ҡотланы.

«Бөгөн республикабыҙ тормошонда ҡыуаныслы ваҡиға. Беҙ яңы футбол манежын асабыҙ. Бындай объекттар күберәк булырға тейеш. Шуға күрә алдыбыҙҙа торған төп бурыс – төҙөү, – тине Радий Хәбиров. – Көрәш һарайы, Фехтование һарайы, тотош республикала бик күп физкультура-һауыҡтырыу комплекстары һәм бассейндар төҙөйбөҙ. Был иһә малайҙарға һәм ҡыҙҙарға үҙҙәре теләгән спорт төрө менән шөғөлләнергә, көслө, һәйбәт кеше булырға, өлкәндәрҙе ихтирам итергә һәм бер-береһенә ярҙам итергә өйрәнергә мөмкинлек биререн аныҡ беләбеҙ».

Дмитрий Чернышенко киберспорт буйынса Рәсәй чемпионы Роберт Фәхретдинов (никнейм: ufenok77) менән дә аралашты. Һүҙ илдә интерактив спорт дисциплиналарын үҫтереү хаҡында барҙы.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-03-03/dmitriy-chernyshenko-prinyal-uchastie-v-otkrytii-novogo-futbolnogo-manezha-v-ufe-3164179

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: