Рәсми бүлек
4 Марта 2023, 08:36

Ирекле отряд төҙөлә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡан "Самурай" ҡушаматлы Илгиз Солтанморатов үҙенең социаль сәхифәһендә республикабыҙҙа яңы ирекле формирование барлыҡҡа килеүен хәбәр итте.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Ирекле отряд төҙөләИрекле отряд төҙөлә
Ирекле отряд төҙөлә

"Ватан" отрядында хәрби тәжрибәһе булған, "ҡыҙыу нөктә"ләрҙә сыныҡҡан ир-егеттәр төп көстө тәшкил итәсәк.

Ишеткәнһегеҙҙер, ошо дүшәмбелә генә ике ирекле батальонға - Даян Мурзин исемендәге һәм "Төньяҡ амурҙары"на кеше йыйыла башлауы хаҡында яҙғайныҡ.

Отряд командиры "Самурай" белдереүенсә, ирекле рәүештә яуға китеүселәргә республика ла яҡшы ярҙам күрһәтә, ир-егеттәр хәрби хеҙмәттең ауыр шарттарын да ныҡ тороп үткәрә.

Әлбиттә, СВО биләмәһенә китерҙән алда ентекле әҙерлек үтәләр, бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителәләр. 

"Ватан" башҡорт ирекле отряды 60 йәшкә тиклемге сәләмәт ир-егеттәрҙе туплаясаҡ.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Эльвира Хамзина