Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
9 Март 2023, 11:33

Гүзәл заттарға - дәүләт наградалары

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 8 Март байрамы алдынан иң сағыу һәм алдынғы гүзәл зат вәкилдәренә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Гүзәл заттарға - дәүләт наградалары
Гүзәл заттарға - дәүләт наградалары

«Календарҙа – яҙ, шулай булһа ла, ҡыш хушлашырға ашыҡмай әле. Әммә һеҙҙең янда беҙ һәр ваҡыт яҙғы кәйефте һәм күңел йылыһын тоябыҙ. Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ, тыуған Башҡортостаныбыҙ үҫешенә лайыҡлы өлөш индергәнегеҙ өсөн һеҙгә тәрән ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

Бөгөн был залға төрлө һөнәр эйәләре йыйылған. Арағыҙҙа – билдәле ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәр, уҡытыусылар, тренерҙар, иҡтисадсылар, аграрийҙар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр һәм башҡалар. Көндәлек хеҙмәтегеҙ менән тормошобоҙҙо яҡшыртаһығыҙ – ижад итәһегеҙ, ҡотҡараһығыҙ, дауалайһығыҙ, белем бирәһегеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Бөгөн беҙ барыбыҙ ҙа ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ, тине республика етәксеһе. Бер ҡатмарлы саҡырыуҙарҙы икенселәре алмаштыра.

«Әлеге ваҡытта ир-егеттәребеҙҙең күбеһе ҡулына ҡорал тотоп, Ватанын һаҡлай. Һеҙ бында ла иң яҡшы сифаттарығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, яугирҙәребеҙҙең рухын күтәрәһегеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күрәһегеҙ. Балаларҙы гражданлыҡ һәм илһөйәрлек миҫалдарында тәрбиәләйһегеҙ.

Илебеҙ тарихындағы ауыр һынауҙар осоронда ла шулай булды. Хәҙер ҙә шулай. Һеҙгә битараф булмағанығыҙ, сабырлыҡ һәм әүҙем ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм.

Беҙҙе алда барлыҡ йүнәлештәр буйынса күп эштәр көтә, улар бөгөнгө тормошобоҙ, балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн бик мөһим. Республикала тормош йылдан-йыл яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ булһын өсөн беҙ артабан да барыһын да эшләрбеҙ.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет теләйем», – тип изге теләктәрен еткерҙе Радий Хәбиров.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы уҡытыусыларға, медицина хеҙмәткәрҙәренә, ғалимдарға, муниципаль хеҙмәткәрҙәргә, социаль өлкә, мәҙәниәт һәм агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренә, шәфҡәт күрһәтеүселәргә, эшҡыуарҙарға һәм йәмәғәтселәргә – бөтәһе 60 гүзәл зат вәкиленә юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хатына Башҡортостан Республикаһында “Росгострах” страховкалау компанияһының Белорет филиалы унивсерсаль офисы баҙарын тикшереү буйынса белгесе  Татьяна Ивановна ПАХОМОВА  лайыҡ булды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: