Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
15 Март 2023, 11:30

Радий Хәбиров халыҡ-ара турнир үткәрергә тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй»ҙең генераль советы секретары Андрей Турчакка Өфөлә самбо буйынса халыҡ-ара турнир уҙғарырға тәҡдим итте. 

Радий Хәбиров халыҡ-ара турнир үткәрергә тәҡдим итте
Радий Хәбиров халыҡ-ара турнир үткәрергә тәҡдим итте

Турнирҙы 2024 йылда үҙ ишектәрен асырға йыйынған Көрәш һарайында ойоштороуҙары ихтимал. Ярыштарҙы Самбо көнөндә — 2024 йылдың 16 ноябрендә үткәреү планлаштырыла.

«Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта Башҡортостанда «Самбо — мәктәптәргә» программаһында республиканың 19 мәктәбе ҡатнаша. Ағымдағы йылдың аҙағына уларға тағы унау өҫтәлә.

«Бөгөн Мәскәүҙә үткән «Еңеү фәне» форумында республикабыҙҙа самбоны үҫтереү буйынса ҡаҙаныштар менән уртаҡлаштым. «Самбо — мәктәптәргә»  программаһында Башҡортостандың 19 мәктәбе ҡатнаша. Быйыл йыл аҙағына уларға тағы унауҙы өҫтәйбеҙ. Яңы уҡыу йылынан Башҡортостан физик культура институтында самбо буйынса тренер-уҡытыусылар әҙерләй башлайбыҙ», — тине Радий Хәбиров.  

Республика самбосылар өсөн сифатлы һәм осһоҙ экипировка етештерә башларға әҙер, тип өҫтәне Радий Хәбиров.

«Республика бындай мөмкинлектәргә эйә. Ғөмүмән, проект артабан да киңәйер, егеттәрҙе физик һәм рухи яҡтан көслө булырға өйрәтер тип ышанам. Был бик файҙалы», — тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров Башҡортостанда Андрей Турчак тәҡдим иткән «Za самбо» проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында ғинуарҙа уҡ әйткәйне.

«Бөтә Рәсәй самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев менән Өфөлә Андрей Турчактың «Za самбо» проектын тормошҡа ашырыу тураһында фекер алыштыҡ, әйткәндәй, ул үҙе СССР-ҙың дзюдо буйынса спорт мастеры», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-03-14/radiy-habirov-predlozhil-provesti-v-2024-godu-v-ufe-mezhdunarodnyy-turnir-po-sambo-3177195

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: