Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Март 2023, 17:12

Министр урынбаҫары Андрей Разин «Агрокомплекс» күргәҙмәһе менән танышты

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Разин менән кисә ВДНХ-Экспо күргәҙмәләр комплексында асылған 33-сө «Агрокомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһен ҡараны.

Министр урынбаҫары Андрей Разин «Агрокомплекс» күргәҙмәһе менән танышты
Министр урынбаҫары Андрей Разин «Агрокомплекс» күргәҙмәһе менән танышты

Күргәҙмәлә Рәсәйҙән, Ҡытайҙан, Ҡырғыҙстандан, Көньяҡ Кореянан 340 экспонент ҡатнаша. Беларусь Республикаһын Гродно өлкәһенең коллектив экспозицияһы күрһәтә.

33-сө «Агрокомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһе 17 600 квадрат метр майҙанда урынлашҡан. Күргәҙмә тарихында был — Башҡортостанда иң ҙур экспозиция. ВДНХ-Экспо алдындағы 9 мең квадрат метр майҙанда 180 берәмектән ашыу ауыл хужалығы техникаһы — заманса тракторҙар, комбайндар, ҙур габаритлы ҡорамалдар  ҡуйылған.

 Йәй көнө «Өфө» индустриаль паркы биләмәһендә Белоруссияның «Амкодор»ы менән берлектә игенде урып-йыйғандан һуң эшкәртеү өсөн техникаһы производствоһын асыу планлаштырыла. Республика Башлығы ауыл хужалығы министры урынбаҫарына йылына 40-ҡа яҡын иген киптереү комплексы сығарырға йыйыныуҙары хаҡында һөйләне. Заводтағы ҡорамалдарҙың 90 проценты Рәсәйҙә һәм Белоруссияла етештерелгән.

Башҡортостандың Беларусь менән хеҙмәттәшлек итеүенә тағы бер миҫал — республикабыҙҙың «Агросила» предприятиеһында Белоруссияның «Гомсельмаш» холдингының иген йыйыу комбайндары производствоһы. Радий Хәбиров менән Андрей Разин мал аҙығы йыйыу техникаһының яңы өлгөләре менән танышты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр «Агрокомплекс 2022» күргәҙмәһе барышында «Гомсельмаш» менән Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы араһында 90 иген һәм мал аҙығы йыйыу комбайнын алыу тураһында  килешеүгә ҡул ҡуйылғайны.
«Агрокомплекс»та Рәсәйҙең бик күп ауыл хужалығы техникаһы ҡатнаша. Башҡортостандан да бар — бөгөн беҙ бында ҡайһы бер агрегаттарҙы тәҡдим итәбеҙ. Был, шул иҫәптән, инвесторҙар менән эшләү һөҙөмтәһе лә. Иң мөһиме — санкцияларға, көнбайыш илдәрендәге коллегаларыбыҙҙың беҙҙе ҡыҫырыҡларға тырышыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең ауыл хужалығы артабан да уңышлы булыр», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Разин һүҙҙәренсә, быйылғы күргәҙмәлә Рәсәй техникаһы күберәк, номенклатура ла киңәйгән.

Башҡортостан Башлығы һәм Андрей Разин минераль ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын етештергән предприятиелар, шул иҫәптән Мәләүез минераль ашламалар заводы етәкселәре менән аралашты.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-03-22/radiy-habirov-i-zamministra-minselhoza-rf-andrey-razin-osmotreli-v-ufe-vystavku-agrokompleks-3187093

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: