Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
27 Март 2023, 15:04

Башҡортостан Башлығы яугирҙарҙы ҡаршы алыуҙы ойошторорға ҡушты

Башҡортостан Башлығы дүшәмбе хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә отпускыға ҡайтып килгән мобилизацияланғандарҙы ҡаршы алыуҙы ойошторорға ҡушты.

Башҡортостан Башлығы яугирҙарҙы ҡаршы алыуҙы ойошторорға ҡушты
Башҡортостан Башлығы яугирҙарҙы ҡаршы алыуҙы ойошторорға ҡушты

— Илебеҙ Президенты ҡарарына ярашлы, мобилизацияланған хәрбиҙәр отпускыға ҡайта башланы, — тине Радий Хәбиров. — Апрель башында бер нисә йөҙ ир-егетте көтәбеҙ. Беҙ ошо мәсьәләне тикшерҙек, Башлыҡ хакимиәте яуаплы. Автобустарҙы ебәреү тәртибен уйлағыҙ, унда һыу булһын. Ил сигендә нисек ҡаршы алыу тураһында уйлашығыҙ.

Республика Башлығы сиктә ҡаршылау мәсьәләһен муниципалитет башлыҡтары менән тикшерергә ҡушты. Мобилизацияланғандар ял итергә, ғаиләһе янына ҡайта, ләкин һорауҙар килеп тыуған осраҡта, уларҙы тиҙ арала хәл итергә кәрәк, тип билдәләне ул.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-03-27/glava-bashkirii-poruchil-organizovat-vstrechu-vozvraschayuschihsya-v-otpuska-mobilizovannyh-3192977

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: