Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Март 2023, 18:42

Республика етәксеһе хөкүмәте эшендәге төп бурысты билдәләне

«2022 йылдың башында яңы, тарихыбыҙҙа аналогы булмаған хәл килеп тыуҙы. Беҙгә бығаса күрелмәгән санкция баҫымы яһала. 

Республика етәксеһе хөкүмәте эшендәге төп бурысты билдәләне
Республика етәксеһе хөкүмәте эшендәге төп бурысты билдәләне

Беҙ бирешмәнек, яңы бәйләнештәр һәм логистика төҙөнөк. Махсус хәрби операция, өлөшләтә мобилизация, Рәсәйҙең яңы төбәктәренә ярҙам итеү йәһәтенән йөкмәтелгән бурыстарҙы бергәләп хәл иттек. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләндек», —  тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Дәүләт Йыйылышы ултырышындағы сығышында. Был хаҡта ваҡиға урынынан «Башинформ» хәбәрсеһе хәбәр итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн депутаттар республика хөкүмәтенең отчетын тыңлай.

«Тәүге бурысыбыҙ иҡтисадты һаҡлап ҡалыу ине. Был республика үҫешенең, социаль йөкләмәләрҙе үтәүҙең нигеҙе. Сәнәғәт етештереүе индексы йыл йомғаҡтары буйынса 102,7% тәшкил итте, был илдәге уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. Ике йыл рәттән республика сәнәғәт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында төбәктәр араһында иң яҡшыһы тип танылды. Беҙ Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының пилот төбәге булараҡ кластер моделен уңышлы бойомға ашырабыҙ, кластерҙар һаны буйынса алдынғы урынға сыҡтыҡ. «Алға» махсус иҡтисади зонаһы икенсе тапҡыр рәттән илдә иң йылдам үҫешеүсе тип танылды.  

Аграрийҙарыбыҙ рекордлы — 5 миллион тонна — ашлыҡ йыйып алды. Тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме 28,1% артҡан.

Республикабыҙ торлаҡты сафҡа индереү буйынса тарихи максимумға өлгәште (3 миллион квадрат метр) һәм тәүге ун төбәк иҫәбенә инде (Рәсәйҙә 7-се урын)», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан тышҡы иҡтисади секторҙы үҫтереү менән етди шөғөлләнде, тип билдәләне республика етәксеһе. 2022 йылды тулыһынса тиерлек сәфәрҙә үткәрҙек. Беҙҙең өсөн элекке һәм яңы партнерҙарыбыҙ менән хеҙмәттәшлекте нығытыу мөһим ине. Айырыуса Белоруссия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Иран, Үзбәкстан менән. Ошондай сәфәрҙәр, әүҙем эш алып барыу һөҙөмтәһендә беҙҙең әлеге илдәр менән тышҡы сауҙа әйләнеше үҫә. Төркиә менән — 37,6 процентҡа,Ҡаҙағстан менән — 10,1%, Белоруссия менән — 12,3%, Үзбәкстан менән — 32,6%.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-03-29/glava-bashkirii-na-zasedanii-gossobraniya-pervaya-nasha-zadacha-byla-uderzhat-ekonomiku-3195805

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: