Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш һорауҙары буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдиновты ла хәрби операциянан ҡайтыусыларҙы ҡаршылаусылар араһында ине.
- Бөгөн беҙ республикабыҙҙан мобилизацияланған егеттәрҙең ялға ҡайтыусыларын ҡаршы алабыҙ. Егеттәр лайыҡлы хеҙмәт итәләр, улар тыуған яҡтарын, ғаиләләрен күрһен өсөн республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан транспорт бүленде, - тине ул.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙе ҡаршы алыу буйынса тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов та ҡатнашты.
- Бөгөн махсус хәрби операциянан ялға ҡайтып килеүсе егеттәрҙе ҡаршы алыуыбыҙ шатлыҡлы ваҡиға. Ғәскәр частары командирҙарынан беҙҙең егеттәрҙең ҡуйылған хәрби бурыстарҙы юғары кимәлдә үтәүҙәре тураһында мәғлүмәттәр килеп тора. Улар тураһында хәстәрлек тә даими күрелә. Барлыҡ халҡыбыҙ, предприятиелар, район хакимиәттәре менән берлектә кәрәкле әйберҙәр менән ярҙам итәбеҙ. Берҙәмлектә - көс, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Бында шул сағыла, - тине ул.
Майҙанда төрлө йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен дә күрергә мөмкин ине. Улар һәр береһе ялға ҡайтҡан егеттәргә рухи яҡтан ҡеүәт өҫтәргә тигән маҡсат менән килгән. “Башҡортостан Республикаһының диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Юлай Моратов яугирҙәргә иң изге теләктәрен юлланы.
- Бөгөн иртә менән үҙебеҙҙең һалдаттарҙы ҡаршыларға килдек. Һаулыҡтарын төҙәтеп, ғаиләләрен күреп, йәнә хәрби операцияға юлланасаҡ. Егеттәрҙең иҫән-имен йөрөүҙәрен теләйем, - тине ул.
Төрлө райондарҙан килеүселәр менән дә тулы ине майҙан. Алыҫ райондан ирен ҡаршыларға тип балалары менән килеп еткән ҡатындың күҙендә лә шатлыҡ та, һағыныу ҙа тойғолары күренде.
- Беҙҙең өсөн көтөп алған көн был. Балалар менән бергәләп ашҡынып килеп еттек. Ҡәҙерле кешебеҙ менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме - уның иҫән-һау булыуы, - тине ул.
Төрлө район хакимиәттәре лә яугирҙәре тураһында хәстәрлек күргән. Асҡын районы хакимиәте башлығының махсус хәрби операция һорауҙары буйынса кәңәшсеһе Эдуард Тимерғәлин ялға ҡайтып килеүсе егеттәрҙе лайыҡлы ҡаршылауҙы, өйҙәренә тиклем алып ҡайтыуҙы үҙҙәренең бурысы итеп һанай.
- Әлбиттә, егеттәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Үҙем дә ҡасандыр “ҡыҙыу нөктә”лә хеҙмәт иттем, унда хеҙмәт итеүҙең яуаплылығын да беләм. Хәрби операциялағы егеттәргә гуманитар ярҙам да алып барҙым. Улар менән бәйләнеш өҙөлгәне юҡ, - тине ул.
Көтөп алған яугирҙәр килеп төшөү менән күптәр күрешергә атлыҡты.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.
Фотолар: Башинформ.