Мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе билдәләүенсә, был саралар Рәсәйҙең Украинала махсус операция үткәреүенә бәйле түгел.
«Саҡырылыш Рәсәй ҡануниәтендә билдәләнгән ваҡытҡа ярашлы 1 апрелдән 15 июлгә тиклем дауам итә. Һалдаттар ил биләмәһендә урынлашҡан пункттарға хеҙмәт итергә ебәрелә, ә хеҙмәтен тултырған хәрбиҙәр өйҙәренә ҡайтарыла», — тине Блажевич.
Хәрби хеҙмәткә алынған егеттәрҙең тәүге төркөмөн оҙатыу апрель аҙағында көтөлә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президенты Владимир Путиндың указында билдәләнеүенсә, яҙғыһын илдең 18-27 йәшлек 147 мең гражданы армия сафына алына.