Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
5 Апрель 2023, 09:56

«Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсының финалы башланды

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсының финалы башланды.

«Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсының финалы башланды
«Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсының финалы башланды

Кисә, 4 апрелдә, конкурстың йомғаҡлау өлөшө - төрлө райондарҙан ҡатнашыусыларҙың презентацияларын асыҡ яҡлауы башланды. Дүрт көн дауамында, 7 апрелгә тиклем, профилле министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәренән торған эксперт комиссияһы бәйгеселәрҙең проекттарын баһалаясаҡ. Улар - Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәҙәниәт, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Транспорт һәм юл хужалығы, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты ағзалары муниципаль район хакимиәттәре тәҡдим иткән заявкалар, видеороликтар менән танышасаҡ.

«Айыҡ ауыл» исеменә 54 ауыл дәғүә итә - һәр райондан берешәр. Презентацияларҙы яҡлауҙа урындағы әүҙемселәр, хакимиәт вәкилдәре ҡатнаша.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: