Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
7 Апрель 2023, 14:48

Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан хәрби комиссариатының 105 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш үтте. РСФСР-ҙың халыҡ комиссарҙары советы декреты менән ойошторолған хәрби комиссариат ҡатмарлы тарихи үҫеш юлы үткән.

Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе
Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе

«Был хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре өсөн генә мөһим дата түгел. Һәр ғаиләлә тиерлек Тыуған илде һаҡлау бурысын үтәгән яҡын туғандары бар. Бөгөн беҙ илебеҙҙең бер быуатлыҡ тарихына, Ватанды һаҡлаусыларҙың ауыр һынауҙарына, хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлыҡтарына мөрәжәғәт итәбеҙ. Ҡыҙыл Армия төҙөлгән йылдар, Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет халҡының батырлығы, тыныс йылдарҙа яугир-интернационалистарҙың, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ҡыйыулығы, хәрбиҙәрҙең яҡшы хеҙмәте һәм юғары дисциплинаһы күҙ алдыбыҙҙан үткәндәй була», — тине Башҡортостан Башлығы, ветерандарға, офицерҙарға, хәрби комиссариаттарҙың хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп, һәм уларға патриотизм, мобилизация һәм хәрби иҫәп буйынса һөҙөмтәле эш, ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеүҙә оперативлыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе.

Республика хәрби комиссариаты бер нисә тапҡыр илебеҙҙә иң яҡшылар иҫәбенә инде, тип билдәләне Радий Хәбиров. Ул күп йылдар Үҙәк хәрби округы штабының хәрби хеҙмәткә саҡырыу, граждандарҙы контракт хеҙмәтенә алыу буйынса йөкләмәләрен уңышлы үтәй. Иң яҡшы мобилизация базаһы Бөтә Рәсәй смотр-конкурсында бер нисә тапҡыр еңеү яуланы.

«Беҙҙең хәрби комиссариат өлөшләтә мобилизация ваҡытында үҙенең юғары профессиональ кимәлен раҫланы. Бөгөн яҙғы саҡырылыш менән бер рәттән ирекле батальондар туплау, контрактниктар йыйыу буйынса ҙур эш башҡараһығыҙ. Ошо еңел булмаған эшегеҙ өсөн рәхмәт әйткем килә. Һеҙ халыҡ менән осрашаһығыҙ, махсус хәрби операцияның бурыстарын аңлатаһығыҙ. Бик күп спорт, мәҙәни акцияларҙа ҡатнашаһығыҙ, армияның абруйын күтәреүгә булышлыҡ итәһегеҙ», — тине республика етәксеһе.

Радий Хәбиров хәрби комиссариаттарҙың граждандарға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалған йәки һәләк булған туғандарын эҙләүҙә ярҙам күрһәтеү эшен билдәләне. Республикала 42 эҙәрмән отряды эшләй. Эҙәрмәндәр, ветеран ойошмалары ярҙамында һуңғы йылдарҙа 156 яугирҙең һөлдәһе табылған. Уларҙың барыһы ла тыуған төйәгендә ерләнгән.

«Лайыҡлы хеҙмәтегеҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт! Һеҙгә рух күтәренкелеге, тыныслыҡ, именлек теләйем», — тине Радий Хәбиров һәм хәрби комиссариаттарҙың алдынғы хеҙмәткәрҙәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-07/glava-bashkirii-poblagodaril-sotrudnikov-voennogo-komissariata-za-sluzhbu-3209878

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: