Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
12 Апрель 2023, 17:42

Махсус хәрби операцияға оҙатыу тантанаһы уҙҙы

Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында «Ватан» башҡорт ирекле отрядын хәрби әҙерлек үтеү урынына оҙатыу тантанаһы уҙҙы, унан һуң яугирҙәр хәрби бурыстарын үтәү өсөн махсус хәрби операцияға юллана.

Махсус хәрби операцияға оҙатыу тантанаһы уҙҙы
Махсус хәрби операцияға оҙатыу тантанаһы уҙҙы

Совет майҙанына тантаналы рәүештә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт флагтарын, шулай уҡ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағын индерҙеләр. Отрядтың «Самурай» ҡушаматлы командиры Башҡортостан Башлығына яугирҙәрҙең сафҡа теҙелгәнен әйтте. Радий Хәбиров легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалғас, яугирҙәргә мөрәжәғәт итте.
«Бөгөн барыбыҙ ҙа был майҙанда тулҡынланыу кисерәбеҙ. «Ватан» башҡорт ирекле отрядын махсус хәрби операция зонаһына оҙатабыҙ. Беҙҙең егеттәр — Шайморатов, Доставалов һәм Салауат Юлаев исемендәге батальондарҙың яугирҙәре унда. Меңәрләгән егеттәребеҙ, мобилизацияланғандар һәм Оборона министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә шунда. Улар бөтәһе лә хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Бөгөн тотош республика һеҙгә оло ихтирам, ғорурлыҡ һәм өмөт менән ҡарай, хәрби бурысығыҙҙы үтәрһегеҙ тип ышана. Беҙ һеҙҙең туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ, ғаиләгеҙ тураһында хәстәрлек күрербеҙ. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күрербеҙ, даими рәүештә гуманитар ылау ебәрербеҙ. Мин быны ныҡлы вәғәҙә итәм. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Эшләгеҙ, туғандар» — тине Радий Хәбиров.
«Ватан» ирекле отряды командиры яугирҙәр атай-олатайҙарының батырлыҡтарына тоғро ҡалыр тип вәғәҙә бирҙе.

«Һалдаттарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн бөтә көсөмдө һалырмын. Республикаға ярҙам өсөн рәхмәт. Беҙҙең эшебеҙ хаҡ, еңеү беҙҙең яҡта булыр», — тине отряд командиры.

Башҡортостан отрядтың һәр яугирен кейем менән тәьмин итә, тәүлегенә 2 мең һум, шулай уҡ хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөгәндән һуң бер тапҡыр бирелә торған 200 мең һум күләмендә аҡса түләй.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-04-12/v-ufe-s-sovetskoy-ploschadi-torzhestvenno-provodili-na-svo-bashkirskiy-dobrovolcheskiy-otryad-vatan-3217401

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: