Республикаға идара итеү үҙәгенең «Бәйләнештәге» рәсми төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, яҙғыһын юлдарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн апрель аҙағына тиклем төбәк юлдарында 10 тоннанан ашыуыраҡ йөк тейәгән автомобилдәргә йөрөү тыйыла. Муниципаль-ара юлдар өсөн сикләү тағы ла ҡатыраҡ — 6 тоннанан артмаҫҡа тейеш.
Республиканың автомобиль юлдарында 13 автоматик ауырлыҡ контроле пункты ҡуйылған. Йөкләмә параметрҙарының үтәлешен мониторинг үҙәге операторҙары күҙәтә.
Билдәләнеүенсә, сикләү 1 майҙа ғәмәлдән сығарыла, ләкин 1 июндән юл йөрөүҙең йәйге регламенты көсөнә инә — һауа температураһы 32 градустан юғары булғанда йөк машиналары водителдәренә трассаға сығырға ярамай.
Башҡортостандың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге етәксеһе Мансаф Низакаев БСТ телеканалында республика юлдарында йөк ташыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләне: